Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Тиҙҙән Өфө баҙарҙарында ла хәләл ит продукцияһы һатыла башлаясаҡ

Иҡтисад

Өфөнөң Үҙәк баҙарында хәләл ит продукцияһы менән сауҙа итеү ойошторола. Рөхсәт ителгән итте бында Дүртөйлө ит эшкәртеү комбинаты, «Авдон» сауҙа йорто һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт ҡошсолоҡ комплексы ташыясаҡ.

Республика баш ҡалаһының төп баҙарында һатыуға ҡуйылырҙан алда яңы һуйылған ит махсус йыһазландырылған ит эшкәртеү цехында эшкәртеү һәм ветеринар тикшереү үтәсәк. Шунда уҡ ул киҫәктәргә тураласаҡ һәм тейешле сертификат менән ҡаптарҙа ярымфабрикат кеүек баҙар кәштәләренә сығарыласаҡ.

БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы Хәләл стандарты буйынса комитет етәксеһе Тимур Шәңгәрәев әйтеүенсә, бындай технология хәләл ит менән бығаса күҙәтелгән ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк, һәм уның менән сауҙа иткәндә ислам ҡанундары үтәлеүен гарантиялаясаҡ.

Яҡын арала хәләл продукттары менән сауҙа итеүсе ит бутиктары Өфөнөң Колхоз баҙарында, Шакшала һәм Зининола асыласаҡ. Һыйыр малы итенән тыш бында ҡуй һарығы һәм ҡош ите, шул иҫәптән күркә ите һатыласаҡ.  

Теги: дин,сауҙа
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть