4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2010 йыл, 17:44

Балаларҙың үҫеш һәм һәр яҡлап тәрбиә биреү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл

автор: Эльмира Сабирова

28 майҙа сәғәт 11-ҙә Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында «Иғтибар: балалар. Балаларҙы гармониялы тәрбиәләү һәм үҫтереү мәсьәләләре» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелә. Ул яңы «Ябай балалар» республика проекты сиктәрендә ойошторола һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнала.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар балаларҙың үҫеш һәм һәр яҡлап тәрбиә биреү мәсьәләләрен ҡараясаҡ, республикабыҙҙа «балалар» проблемаларын хәл итеүҙә йәмәғәт фондтары һәм хәйриә ойошмалары ролен тикшерәсәк, Башҡортостанда балалар кинематографын үҫтереү перспективалары тураһында һөйләшәсәк.

Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә «Ябай балалар» серияһынан беренсе фильмды ҡараясаҡтар һәм тикшерәсәктәр. Башҡа тамашасылар өсөн фильм 28 майҙан һуң республика телеканалдарында күрһәтелә башлаясаҡ.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашырға теләүселәргә 8927 94 994 82 телефоны аша теркәлергә йәки info@znak-tv.ru сайтына хат яҙырға кәрәк.

14 сәғәттә Якутов паркында «Ябай балалар» байрамы башлана. Программала — концерт, балалар кейемдәре парады, конкурстар һәм башҡа төрлө саралар. Байрамға Башҡортостан балалар йорттарында һәм приюттарында тәрбиәләнеүсе 150-гә яҡын бала саҡырылған.

темалар: социаль яҡлау