5 декабрь, Дүшәмбе

27 май 2010 йыл, 17:17

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль музейы асыласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында был данлыҡлы коллективты ойоштороу тарихына һәм уның ижади юлына арналған музей эшләй башлаясаҡ. Ул 28 майҙа асыла. Ошо уҡ көндө ансамблдең Концерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт ансамбле йондоҙҙары хаҡында Алла Докучаеваның «Созвездие талантов» йыйынтығын презентациялау үткәрелә.

Бынан тыш, 27, 28 майҙа БР Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында 71-се миҙгелде ябыуға арналған концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡтар.

Ансамблдең художество етәксеһе Рим Әбделмәнов хәбәр итеүенсә, миҙгелде ябыу менән ансамблдең эше туҡтамай. Яҡын араларҙа коллектив һабантуйҙарҙа, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашасаҡ.

— 16 июндә инде коллектив Мәскәүҙә СССР-ҙың халыҡ артисы Людмила Зыкина иҫтәлегенә арналған концерт программаһында сығыш яһарға планлаштыра. Ә 28 июндә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы делегацияһы составында Көньяҡ Кореяла Рәсәй мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыу өсөн Сеулға юлланасаҡ, — тине Рим Сәлимйән улы.

темалар: концерттар