Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Каустик» Өфөлә нефть-газ тармағы өсөн продукция тәҡдим итте һәм партнерҙар менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе

Иҡтисад

Коррозия ингибиторҙарын һәм нефть-газ комплексында файҙаланылған башҡа төрлө продукцияһын тәҡдим итә «Газ. Нефть. Технологиялар-2010» күргәҙмәһендә Стәрлетамаҡтың «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. 20 квадрат метр майҙанда урынлашҡан экспозицияла компания менән етештерелгән продукцияның ассортименты хаҡында тулы мәғлүмәт бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күргәҙмә ошо көндәрҙә Өфөнөң Спорт һарайында бара.

Унда «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре, шул иҫәптән генераль директор Ан Ен Док та булып китте. «Каустик» йәмғиәтенең мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, продукцияны ҡулланыусылар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр, ғилми-тикшеренеү институты вәкилдәре, химия предприятиелары өсөн яңы эшләнмәләр авторҙары менән  һөйләшеүҙәр үткәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть