5 декабрь, Дүшәмбе

27 май 2010 йыл, 15:54

«Салауатметалл» немец технологиялары буйынса металл конструкцияларын цинклаясаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева, Эльвира Латипова

Республика буйлап эш сәфәре барышында бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Салауатметалл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә металл конструкцияларын ҡыҙҙырып цинклау буйынса цех төҙөлөшө менән танышты.

Был предприятие ни бары ике йыл эшләһә лә, Салауат баҙарында киң билдәле.  Бөгөн бында һәр төрлө металл конструкциялары етештерелә. Производство тулы ҡеүәтенә эшләй. Президент эш барған цехта булды һәм төҙөлөүсе производство блогы перспективалары менән ҡыҙыҡһынды.

Буласаҡ цехтың бинаһы әҙер. Төҙөлөш өсөн кәрәкле бар металл конструкциялары ошонда уҡ етештерелгән. Немец ҡорамалын монтажлау эше тора.

Фирма белгестәре Президентҡа цехтың етештереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Йылына бында 40 мең тоннаға тиклем цинкланған металл конструкциялары сығарырға мөмкин буласаҡ. Яңы продукттың өҫтөнлөгө – уның ныҡлы, оҙаҡҡа иҫәпләнгән булыуында. Металл конструкциялар туҙыуҙан һәм коррозиянан һаҡланасаҡ һәм 50 йылдан да кәм хеҙмәт итмәйәсәк. Уларҙы, мәҫәлән, электр тапшырыу линиялары өсөн таяу сифатында иң элек энергетиктар һәм тимер юлсылар ҡуллана аласаҡ.

Металл конструкцияларын ҡыҙҙырып цинклау буйынса цех төҙөлөшө 2008 йылда башланған. Сафҡа индереү 2010 йылдың октябренә билдәләнгән.