5 декабрь, Дүшәмбе

27 май 2010 йыл, 15:26

Башҡортостан Президенты «Салауатбыяла» йәмғиәтендә производствоны модернизациялау менән танышты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Ул быяла табағы етештереү цехын ҡараны, иреүсе натрий силикаты производствоһын модернизациялау һәм предприятиеның яҡын аралағы инвестицион пландары менән танышты.  

Юғары маркалы быяла етештереү буйынса яңы линия бында 2008 йылда сафҡа индерелгән. Ә яңы цехтың бар комплексы быйыл файҙаланыуға тапшырылған. Яңы линия тәүлегенә 500 тонна продукция етештерергә мөмкинлек бирә. Уны сафҡа индереү предприятиеға тәүлегенә быяла сығышының дөйөм суммаһын 1100 тоннаға тиклем еткерергә мөмкинлек биргән. Шул уҡ ваҡытта сығарылған изделиелар ҡалынлығы төрлө — икенән 12 миллиметрға тиклем. Күп осраҡта урындағы сеймал файҙаланыла.

Президент бер нисә техник момент, атап әйткәндә, кәрәкле ҡалынлыҡтағы табаҡ алыу өсөн ҡорамалды көйләү менән ҡыҙыҡһынды. Белгестәр әйтеүенсә, хәҙер был бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай: индерелгән яңылыҡтар арҡаһында линияны билдәләнгән параметрҙарға 20 минут эсендә көйләргә мөмкин.

Мортаза Рәхимов быяланы ҡырҡыу һәм төргәккә төрөүгә тиклем тулы технологик цикл менән танышты. Бар процестар ҙа автоматлаштырылған, кеше хеҙмәте минимумға еткерелгән.

Төбәк башлығы шулай уҡ иреүсе натрий силикаты етештереү бууйынса яңы цехты ла ҡараны. Предприятие был продукцияны 1964 йылдан алып сығара. 2008 йылда яңы цех төҙөлгән, һәм хәҙер натрий силикаты ҡоро ысул менән сығарыла. Рәсәйҙә был производствоның аналогтары юҡ. Етештерелеүсе продукция йыуыуҙа файҙаланыусы средстволар, катализаторҙар производствоһында, төҙөлөш тармағында киң ҡулланыла. Был күк төҫтәге кристалдар билдәле баҫым һәм температурала һыуҙа иреп, шыйыҡ быялаға әйләнә.  

Бөгөн «Салауатбыяла» Рәсәйҙәге иреүсе натрий силикаты баҙарының 70 процентын алып тора.

Модернизациялау арҡаһында хәҙер предприятиела энергияны һаҡсыл ҡулланыусы быяла иретеү мейестәре эшләй. Газ элекке күләмдә ҡулланыла, ә быяла сығарыу күпкә артҡан.

Предприятие етәкселеге менән әңгәмәләшкәндә республика башлығы яҡын аралағы инвестицион пландар менән ҡыҙыҡһынды. Президентҡа әлеге мәлдә яңы инвестпроекттың ғәмәлгә ашырыла башлауы хаҡында хәбәр иттеләр. Энергия һаҡлаусы быяла пакеттары етештереүгә производство ҡеүәттәре әҙерләнә. Ғөмүмән, Салауатта быяла пакеттарын электән, 1975 йылдан башлап сығаралар, уларҙы етештереүҙе Рәсәйҙә «Салауатбыяла» беренселәрҙән булып үҙләштерҙе. Хәҙер уның быяла пакеттары менән фатирҙа ҡышҡыһын йылы, йәйгеһен һалҡын буласаҡ.  

Белгестәр ҡорамалдарҙың Германиянан һатып алыныуы тураһында һөйләне. Финанслау сығанағы  – предприятиеның үҙенең инвестицион ресурстары. Яңы производство йылына дүрт миллион квадрат метр быяла пакеты етештерергә мөмкинлек бирәсәк.

Һәр ваҡыт торлаҡ төҙөлөшөнөң юғары темптары менән айырылып торған Башҡортостанда бындай продукция үҙенең һатып алыусыһын табасаҡ, әлбиттә. Сифатлы быяла пакеттары күп ҡатлы йорттар төҙөүҙә лә, аҙ ҡатлы төҙөлөшкә лә кәрәк.