Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

1 июндә Якутов исемендәге паркта балалар байрамы ойошторола

Йәмғиәт

1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Якутов исемендәге паркта балалар өсөн сағыу байрам үтәсәк.

Уны үткәреү инициаторҙары – онкологик һәм гематологик сирле балаларҙы дауалағанда һәм реабилитациялағанда ярҙам күрһәтеүсе «ДАНКО» хәйриә фонды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был сара ошондай ҡот осҡос сиргә дусар булған балаларға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

Байрам программаһы төрлө күңел асыу сараларына бай — паркта артистар сығыш яһаясаҡ, балалар бейеү һәм йыр коллективтары үҙ таланттарын күрһәтәсәк, шулай уҡ балалар һәм өлкәндәр ҡатнашлығында төрлө конкурстар, иллюзионистар шоуы ойоштороласаҡ. Шаян аниматорҙар көн буйына бәләкәй тамашасыларҙың күңелен асасаҡ. Бөтә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы күңелле сюрприздар һәм приздар көтә.  

— Шулай итеп, көндәлек тормошта шатлыҡ-ҡыуаныстан мәхрүм балаларға беҙ ҡыуаныслы мәлдәр бүләк итергә теләйбеҙ, — ти «ДАНКО» хәйриә фондының мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Алексей Дербеко. – Байрамға килеүселәрҙең һәр береһе был балаларға ярҙам итә ала. Байрамдың төп маҡсаты — онкологик сирле балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн средстволар йыйыу.

Сәғәт 12-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть