8 декабрь, Кесе йома

27 май 2010 йыл, 13:51

Геннадий Шмаль: Башҡортостан нефтселәре – нефть сәнәғәтенең алтын фонды

автор: Эльвира Латипова

«Газ. Нефть. Технологиялар-2010» XVIII Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе экспоненттарының 70-тән ашыуы —Башҡортостан предприятиелары. Улар бергә тулы производство циклын төҙөй: углеводородлы сеймал табыуҙан алып юғары өҫтәмә хаҡлы һуңғы продукция алыуға тиклем.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө нефть-газ күргәҙмәһе төбәктең төп компетенцияһын күрһәтә. Рәсәй Нефть-газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль уның менән тулыһынса килешә.

— Дөйөм алғанда, илдә хәл ярайһы уҡ ҡатмарлы, әммә Башҡортостан заводтары был яҡтан алдынғыларҙың береһе булып тора, — тип иҫәпләй Геннадий Шмаль. – Шуға күрә һәр ошондай күргәҙмә беҙҙең нефть-газ комплексын нисек тағы ла һөҙөмтәлерәк яһарға мөмкин булыуы хаҡында белемебеҙҙе арттыра. Республика етәкселеге яғынан даими иғтибар булмаһа, беҙ ошондай күргәҙмәләр ойоштора, ә иң мөһиме, нефть эшкәртеүҙә, табыуҙа, нефть һәм газ менән бәйле башҡа йүнәлештәрҙә әлегеләй юғары күрһәткестәргә өлгәшә алмаҫ инек.

Бөгөн Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының иң ҙур һәм юғары технологиялы предприятиелары «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте холдингы составында эшләй. Улар углеводородлы сеймал эҙләү һәм табыу, уны эшкәртеү һәм нефть продукттарын һатыу менән шөғөлләнә. Был йүнәлештәрҙең һәр береһендә Башҡортостан нефтселәре юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.

— Быйыл беҙҙең бөтә нефть компаниялары араһында «Башнефть» нефть табыу күләме буйынса лидер булып тора, был күрһәткес буйынса ул «Роснефть», «Лукойл», «Сургутнефтегаз» кеүек гиганттарҙан алда бара, — тине Рәсәй Нефть-газ сәнәғәтселәре союзы президенты. – Быға фиҙакәр хеҙмәт, яңы технологиялар индереү аша өлгәшелә. Башҡортостандың нефть сәнәғәтенә 80 йылдан ашыу. Башҡортостан нефтселәре һәр ваҡыт беҙҙең нефть сәнәғәтенең алтын фонды булып торҙо һәм торасаҡ.