Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

«Йондоҙҙар - балаларға» хәйриә концерты «Аҡбуҙат» ипподромында үтәсәк

Йәмғиәт

Алдан хәбәр ителгән 1 июндә үтәсәк «Йондоҙҙар — балаларға» концерты, ойоштороусылар әйтеүенсә, “Динамо” стадионынан “Аҡбуҙат” ипподромына күсерелә.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концерт программаһы халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы ойошторола. Окологик сирле балаларға ярҙам күрһәтеүгә аҡса йыйыу – уның төп маҡсаты. Проектты «Самородов — фонд» төбәк йәмәғәт берекмәһе менән «Ҡурай» музыкаль каналы ойоштора.

«Йондоҙҙар — балаларға» концерт проектында Айҙар Ғәлимов, Вилдан Яруллин, Сәғиҙулла Байегет, Айгөл һәм Урал Рәшитовтар, Гөлназ Биктимерова, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Венер Камалов һәм башҡалар ҡатнаша. Республиканың баш ҡалаһы барыһы 30-ҙан ашыу билдәле йырсыны һәм музыканттарҙы, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистарын ҡаршылаясаҡ.

Әйтергә кәрәк, проектта һәр кем үҙ теләге буйынса ҡатнаша.

Концертҡа билеттар һатыуҙан йыйылған аҡса хәйриә бюджетын тәшкил итәсәк, ул һуңынан операцияға мохтаж балалар өсөн донорҙар эҙләүгә һәм елек һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Концертҡа билеттарҙы Өфө ҡалаһы кассаларынан алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть