9 декабрь, Йома

27 май 2010 йыл, 12:21

Салауатта яңы педиатрия бүлексәһе асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Салауатта «Медсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте педиатрия бүлексәһенең икенсе сираты асылды. Был тантанала Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты.

— Медсанчастың икенсе сиратын асыуҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнашам, — тине республика башлығы. – Ике йыл элек беҙ дауалау учреждениеһының беренсе сиратын асҡайныҡ инде. Былар барыһы ла Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау проблемаларына ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында һөйләй.

Быйыл Салауаттың дауалау учреждениеһы үҙенең 45 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Поликлиника башта нефтехимиктарҙың һаулығын яҡшыртыу өсөн төҙөлдө. Хәҙер ул «Салауатнефтеоргсинтез» хеҙмәткәрҙәрен генә түгел, шулай уҡ мотлаҡ медицина страховкалауы программаһы сиктәрендә ҡаланың башҡа халҡын да хеҙмәтләндерә.  

Медсанчасть күрһәткән хеҙмәтләндереүҙәр исемлеген киңәйтеү өсөн, бинаның бер өлөшөн педиатрия бүлексәһе итеп реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Балалар амбулаторияһының беренсе сираты 2008 йылдың майында асылды. Былтыр йыл аҙағында реконструкция дауам иттерелде.

— Медсанчастың беренсе сиратын асҡандан һуң ике йылда 20 меңдән ашыу кеше тикшерелде һәм дауаланды. Икенсе сиратты асыу – Химиктар көнөнә һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата салауаттарға бик яҡшы бүләк, – тине «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев. Ул Башҡортостан Президентына ҡала өсөн мөһим социаль объектты төҙөүҙә республиканан ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Президенты медсанчасты ҡарап сыҡты. Уға заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған стоматология бүлексәһен, ортопед, окулист кабинеттарын күрһәттеләр. Экскурсия тамамланғандан һуң Мортаза Рәхимов ағастар ултыртыуҙа ҡатнашты.