11 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2010 йыл, 11:25

Рәсәйҙә берҙәм дәүләт имтиханы башланды

автор: Эльмира Сабирова

27 майҙа – 2010 йылғы сығарылыш уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының тәүге көнөндә – биология, информатика һәм информацион-коммуникация технологиялары (ИКТ), әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтиханы формаһында имтихандар тапшырыу үткәрелә.

БР Мәғариф министрлығының белем сифатына һәм берҙәм дәүләт имтиханына контроль бүлеге начальнигы урынбаҫары Әлмира Ғәниева хәбәр итеүенсә, биологияны – 6386, ИКТ-ны – 3813, әҙәбиәтте 1636 кеше тапшыра.

— Быйыл Башҡортостанда 106 меңдән ашыу кеше-имтихан үткәреләсәк, тип көтөлә, — тине Әлмира Альберт ҡыҙы. — Ике мотлаҡ предмет – рус теле һәм математиканы тапшырыуға 30 меңгә яҡын бала йыйылды.

Республикала имтихандар ҡабул итеү өсөн 125 пункт әҙерләнгән. 31 майҙа һәм 7 июндә тап шул тиклем пункт эшләйәсәк. Сөнки был көндәрҙә балалар мотлаҡ һәм иң популяр предметтар: рус теле һәм математиканан имтихан тапшырасаҡ. Башҡа дисциплиналарҙы БДИ формаһында тапшырған ваҡытта 70 самаһы пункт эшләйәсәк.  

БР Мәғариф министрлығы берҙәм дәүләт имтиханы ҡабул итеү пункттарында БДИ регламенты менән ҡаралған шарттарҙы: хоҡуҡ тәртибен һаҡлау, контроль-үлсәү материалдарын килтереү һәм һаҡлау шарттарын күҙәтеү, медицина персоналының дежур итеүе, элемтә һәм электр энергияһы биреү линияларының тотороҡло эшләүен тәүмин итеүсе бөтә республика хеҙмәттәре һәм ведомстволарын ведомство-ара яраштырыу буйынса эш үткәрҙе.

Имтихандар сәғәт 10-да башлана. Информатика һәм информацион-коммуникация технологиялары, шулай уҡ әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтиханы алыу оҙайлылығы – дүрт сәғәт, биология буйынса өс сәғәт тәшкил итә. Әлмира Ғәниева әйтеүенсә, һөҙөмтәләр бер аҙнанан билдәле буласаҡ.

31 майҙа үтәсәк киләһе имтихан мотлаҡ предметтарҙың береһе – рус теленән.

темалар: мәғариф