Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә 75 йәйге кафе асыла

Иҡтисад

Өфөлә йәйге осорҙа 174 миҙгелле йәмәғәт туҡланыу предприятиеһы эшләйәсәк, шул иҫәптән стационар йәмәғәт туҡланыу предприятиелары ҡарамағында – 99, үҙәк майҙандарҙа 75 йәйге кафе урынлаштырыласаҡ, шуларҙың 25-е – ял һәм мәҙәниәт парктары биләмәләрендә. Шундай һандар әйтелде Өфө хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева әйтеүенсә, әлеге ваҡытта миҙгелле йәмәғәт туҡланыу предприятиеларының дөйөм ҡала дислокацияһы раҫланған, шулай уҡ йәйге кафеларға талаптар билдәләнгән. Был биотуалеттарҙың мотлаҡ булыуына, сауҙа нөктәләрен урынлаштырыу ҡағиҙәләренә ҡағыла. Юлдан ул 20 метрҙан да яҡыныраҡ урынлаштырылмаҫҡа, ә үҙәк майҙандарҙа торлаҡ йорттарҙан 50 метр алыҫлыҡта торорға тейеш.

Бынан тыш, бер кешегә бирелгән миҙгелле дөйөм туҡланыу предприятиеһын урынлаштырыу паспорты һәм йәйге сауҙа ойоштороуға хоҡуҡ икенсе юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға тапшырыла алмай.

Теги: сауҙа
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть