Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Марсель Ҡотоев «От ыры» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев «От ыры» («Ут йыры») III халыҡ-ара этник эстрада конкурс-фестивалендә республикабыҙ исеменән ҡатнашасаҡ. Этник башҡарыусылыр бәйгеһе Хакасия Республикаһының Абакан ҡалаһында 10-12 июндә үткәрелә.

Башҡортостандың тағы бер вәкиле — БР Композиторҙар союзы рәйесе Айрат Ғайсин конкурс-фестивалгә жюри ағзаһы итеп саҡырылған.

Өҫтәп шуны әйтәйек, «От ыры» I этник эстрада фестиваль-конкурсы Хакасияла 2008 йылда ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһының Генераль дирекцияһы һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы етәкселегендә үткәрелгәйне. Уны «С.П.Кадышев исемендәге мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәге» Республика дәүләт учреждениеһы ойошторғайны.

«От ыры» конкурс-фестивале Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм яңы талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлауға булышлыҡ итергә тейеш. Йыл һайын унда яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең этник эстрада музыкаһын башҡарыусылар, Великобританиянан һәм Украинанан продюсерҙар ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть