4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2010 йыл, 9:27

«Русское зерно» компанияһы башлығы Иван Тырышкин менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

26 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов “Русгрэйн холдинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Рус игене” компанияһы президенты Иван Тырышкин менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыуҙа компанияның 2009 йылғы эшмәкәрлек йомғаҡтары ҡаралды, ҡошсолоҡ, ит һәм колбаса ризыҡтары етештереү өлкәһендә республика менән “Русгрэйн холдинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең артабанғы хеҙмәттәшлеге перспективалары тикшерелде.

Башҡортостан Президенты “Рус игене” агрохолдингының Башҡортостан территорияһындағы эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы һәм, республикала ауыл хужалығы өлкәһендәге эре проекттарҙы тормошҡа ашырыусы инвесторҙарға бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк, тип билдәләне. Осрашыуҙа Мортаза Рәхимов продукция етештереү перспективалары, холдингка ингән предприятиеларҙы модернизациялау мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.

Иван Тырышкин хәбәр итеүенсә, яҡын арала компания илдә йомортҡа һәм бройлер итен күпләп етештереүсегә әүерелергә ниәтләй. Ошо маҡсатта предприятие 500 миллион һум самаһы инвестиция үҙләштереүҙе планлаштыра. Средстволар яңы производстволар төҙөүгә һәм ғәмәлдәге предприятиеларҙы реконструкциялауға йүнәлтеләсәк. Атап әйткәндә, әле “Башҡортостан”, “Ашҡаҙар”, “Өфө”, “Турбаҫлы бройлерҙары” ҡошсолоҡ фабрикаларында етештереү корпустарын монтажлау башланған.

Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, “Русгрэйн холдинг”ының “Рус игене” компанияһы генераль директоры Алексей Верхотуров, “Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Игорь Фридбург ҡатнашты.