7 декабрь, Шаршамбы

26 май 2010 йыл, 17:31

Республика баш ҡалаһында балалар һабантуйы үтәсәк

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Башҡортостан баш ҡалаһында балалар һабантуйы үткәрелә. Уны ойоштороу һәм үткәреү тураһындағы ҡарарҙы республиканың һәм Өфөнөң спорт федерациялары етәкселәре үҙҙәренең берлектәге кәңәшмәһендә ҡабул итте. Үҫмерҙәр өсөн һабан байрамы "Салауат Юлаев" стадионында 2 июндә үткәреләсәк.

БР Парашют спорты федерацияһы рәйесе Ғайрат Манаев хәбәр итеүенсә, сара сиктәрендә Өфөнөң хәрби-патриотик клубтары араһында Еңеүҙең 654 йыллығына арнап Спартакиада үткәрергә планлаштырыла. Хәрби-патриотик клубтарҙың 17 майҙа тамамланған парашют-атлетика ярышында еңеүселәргә һәм призерҙарға лайыҡлы наградалар тапшырасаҡтар.

Балалар байрамының спорт программаһына тоҡ кейеп йүгереү, бүрәнә өҫтөндә һуғышыу, күҙҙе бәйләп көршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, билбау көрәше, арҡан тартышыу буйынса традицион ярыштарҙы индерергә ҡарар ителде. Бынан тыш, йәш спортсылар армрестлингта көс һынаша, мини–футбол буйынса турнирҙа һәм эстафетала ҡатнаша ала.