Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Вируслы талпан энцефалиты менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән

Йәмғиәт

Башҡортостан вируслы талпан энцефалиты буйынса эндемик территория булып тора. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын халыҡ араһында сирләү осраҡтары теркәлә. Былтыр ошондай 75 осраҡ күҙәтелде.

Иҫкәртеү маҡсатында вируслы талпан энцефалитына ҡаршы прививкалар яһала. 2009 йылда 31200 кешегә прививка яһалды.

Быйыл вируслы талпан энцефалиты буйынса хәл имен. 20 майға ҡарата республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына талпан тешләгән 5276 кеше мөрәжәғәт итте, шуларҙың 29 проценты — балалар.

Әлеге ваҡытҡа вируслы талпан энцефалиты менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть