9 декабрь, Йома

26 май 2010 йыл, 16:48

Фоат Хантимеров: Валоризация республиканың 946 мең кешеһенә ҡағылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Рәсәй пенсия системаһында иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып валоризация торҙо, — тине бөгөн, ведомствоның беренсе ярты йыллыҡтағы эшмәкәрлегенә яҡынса йомғаҡ яһап, Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Валоризацияны иҫәпкә алып, республиканың 946 мең кешеһенә пенсия түләүҙәре арттырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика пенсионерҙары, 1991 йылға тиклем хеҙмәт стажының һәр йылы өсөн пенсияның страховка өлөшөнөң 1 проценты күләмендә өҫтәмә түләү алыу хоҡуғына эйә. 1991 йылдан 2002 йылға тиклем хеҙмәт стажы булғандар, нисә йыл эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, өҫтәмә рәүештә тағы 10 процент ала.

Фоат Хантимеров һөйләүенсә, валоризация буйынса уртаса өҫтәмә бер пенсионерға 964 һум тәшкил итте. Һәр тәғәйен осраҡта өҫтәмә түләү күләме граждандың 2002 йылдың 1 ғинуарына ҡарата пенсияһының страховка өлөшө күләменә бәйле. Өҫтәмә түләү проценттары тап ошо сумманан иҫәпләп сығарыла.  

Бынан тыш, 1 ғинуарҙан пенсиялары йәшәү минимумынан кәмерәк булған пенсионерҙарға Пенсия фонды социаль түләүҙәр бирә башланы. Республикала йәшәү минимумы 3939 һум күләмендә билдәләнгән.

Пенсия тағы бер тапҡыр 1 апрелдән арттырылды. Хеҙмәт пенсияһы 6,3 процентҡа артты. Хәҙер хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме республикала 7300 һум тәшкил итә, ә ҡартлыҡ буйынса пенсии – 7600 һум.

Пенсия фонды белгестәре Башҡортостанда пенсияһына социаль өҫтәмә алыусы пенсионерҙар һаны кәмеүен билдәләй. Быйыл өс айҙа 97 мең кешенән был һан 79 меңгә тиклем кәмене. Был пенсия түләүҙәренең һиҙелерлек артыуы тураһында һөйләй.

РФ Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһе етәксеһе яҡын арала пенсионерҙарҙы тағы бер индексация көтөүе хаҡында һөйләне. 1 июлдән дәүләт пенсияһы күләме 3,5 процентҡа артасаҡ.