4 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2010 йыл, 15:20

Президент ҡулынан миҙалдар һәм сәскәләр

автор: Эльмира Сабирова

Шаршамбы көнө, 26 майҙа, Республика йортонда “Әсәлек даны” миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Был матур сара традиционға әйләнеүгә ҡарамаҫтан, һәр юлы ул үҙенсә тулҡынландырғыс үтә, күп балалы әсәләр бер ваҡытта ла үҙ хистәрен йәшермәй бит. 85 тантана һәм биш мең самаһы наградланыусы.

Президент ҡулынан награда алырға Өфөгә бөгөн Башҡортостандың 29 районынан күп балалы әсәләр килде. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө 60 героиня араһында элекке союздаш республикалар – Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан вәкилдәре лә байтаҡ булды. Улар барыһы ла яҙмыш ҡушыуы буйынса Башҡортостанға йәшәргә килгән һәм быға һис тә үкенмәй. Президент ҡулынан награда алып, Дыуан районынан Саодат Хаитова, республикала йәшәгән ете йыл эсендә кире, Үзбәкстанға, ҡайтып китергә тигән уй башыбыҙға инеп тә сыҡманы, ти.  

— Бында балаларыбыҙға яҡшы, уларға Башҡортостанда йәшәүе оҡшай, — тип таныны ул. – Етмәһә, күп балалы ғаиләләргә бында ҡараш айырыуса яҡшы.

Был теманы дауам итеп, Мортаза Рәхимов, үҙ ғүмерҙәрен балаларға арнаған ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәттә юғары хөрмәткә лайыҡ, тип билдәләне.  

Иң күп наградланыусылар һаны – етешәр кеше – Әбйәлил һәм Дыуан райондарынан булды. Ейәнсура районынан алты ҡатын-ҡыҙ килгән. Күп әсәләрҙең — бишәр бала, әммә алтау тәрбиәләгәндәр ҙә бар.

Асҡын районынан Рәфидә Хажиәхмәтова Президент менән үҙенең шатлыҡлы хәбәрен дә уртаҡлашты.

— Торлаҡ төҙөүгә бүленгән субсидия арҡаһында беҙ ҙур һәм яҡты йорт һалып сыҡтыҡ – хәҙер барыбыҙға ла урын етә, — тине күп балалы әсәй.

— Бин башҡаса тормошто күҙ алдына килтерә алмайым, — ти ғорурланып Ейәнсура районынан биш бала әсәһе Гөлсимә Ишмырҙина. — Мин балаларым менән йәшәйем, улар менән бергә шатланам һәм ҡайғырам. Ниндәй генә баҫҡыстарға үрләһәң дә, бер эштән дә бындай күңел йыуанысы алып булмай, бала – һинең тормошоңдоң дауамы. Беҙ ирем менән ҙур ғаилә тураһында хыялландыҡ, сөнки үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләнән. Балаларға һөйөү, ғаиләлә ихтирам – был иң мөһиме.

Хәйбулла районынан Миләүшә Зөлҡәрнәева әйтеүенсә, күп балалы әсә булыу – ул ҙур хеҙмәт.

— Ләкин ул ер йөҙөндә иң мөһиме, — тип иҫәпләй ул. — Балаларым бергә йыйылышып, мине ҡосаҡлап: «Әсәй, ярай әле һин беҙҙең барыбыҙҙы ла тапҡанһың!» – тиһәләр, донъя йөҙөндә минән бәхетлерәк кеше юҡ һымаҡ. Был минең өсөн иң юғары награда.

темалар: наградлауҙар