Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Белорет районы хакимиәтендә үҙгәрештәр

Сәйәсәт

Бөгөн Белорет районы муниципаль район Советы ултырышы үткәрелде. Унда хакимиәт башлығы вәкәләттәрен туҡтатыу һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыны тәғәйенләү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүсе Николай Максимов, башҡа эшкә күсерелеү сәбәпле, үҙ теләге менән вазифаһынан бушатылды.

Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын үтәүҙе муниципаль район Советы депутаттары Миронов Владислав Геннадьевичҡа йөкмәтте.

Владислав Миронов хакимиәт башлығы вазифаһын конкурс һөҙөмтәләре буйынса күрһәтелгән вазифаға муниципаль район Советы тәғәйенләйәсәк кеше вазифаға ингәнгә тиклем үтәйәсәк.  

Белорет районы муниципаль район Советы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть