5 декабрь, Дүшәмбе

26 май 2010 йыл, 13:52

Волга буйы федераль округында коррупция кимәле үҫте

автор: Сергей Захаров

Волга буйы федераль округында асыҡланған коррупцион енәйәттәр һаны бер йыл эсендә ете процентҡа артты, — тип белдерҙе Федерация Советының Хоҡуҡ һәм суд мәсьәләләре буйынса комитетының киңәйтелгән ултырышында Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары, Волга буйы федераль округы буйынса яуаплы Эрнест Вәлиев.

Уның мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда, Татарстанда һәм башҡа ҡайһы бер төбәктәрҙә 14 меңдән ашыу төрлө хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар асыҡланған, шуларҙан ике меңе коррупция йүнәлешендә һәм дәүләт милкен файҙаланыу менән бәйләнгән.

Тикшереүҙәр барышында үҙ вазифаһы менән саманан тыш файҙаланыу, шул иҫәптән дәүләт милкен файҙа алыу ниәте менән бүлеүҙә ғәйепләнеүсе 500 юғары вазифалы кеше, шул иҫәптән 12 етәксе асыҡланды, — тип билдәләне Эрнест Вәлиев.

Уның әйтеүенсә, ришүәтселәр былтырғы менән сағыштырғанда 26 процентҡа, ришүәт алыу менән бәйле енәйәттәр һаны өс процентҡа артҡан.

Генераль прокурор урынбаҫары үҙ табыштары һәм мөлкәте  тураһында декларация яһарға тейешле дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың яҡын туғандары даирәһен киңәйтеү хаҡында тәҡдим менән сығыш яһаны.

Ул шулай уҡ, дәүләт чиновниктарының милке рәсми табышынан артып киткән хәлдә, уларҙың нигеҙһеҙ байыуы өсөн административ яуаплылыҡ индерергә тәҡдим итте. Был турала Interfax-Russia.ru һылтанмаһы менән com-cor.ru порталы (Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитет) хәбәр итә.

темалар: коррупция