11 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2010 йыл, 11:44

27 майҙа Өфөлә пенсия системаһы үҫешенә арналған конференция үтә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

27 майҙа Өфөнөң Конгресс-холында «Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше һәм пенсия системаһы» конференцияһы үтәсәк. Уны Пенсия тупланмалары средстволарын инвестициялау буйынса йәмәғәт советы һәм «Пенсионные деньги» журналы мөхәрририәте ойоштора.

Сарала дәүләт структуралары, йәмәғәт ойошмалары һәм бизнес етәкселәре һәм вәкилдәре, шулай уҡ пенсия өлкәһе белгестәре ҡатнаша.

Конференцияла пенсияны берлектә финанслау дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу, мотлаҡ пенсия страховкалауы һәм башҡа төрлө мәсьәләләр тикшереләсәк.

Иртәнге сәғәт 11- ҙә башлана.

темалар: анонс