9 декабрь, Йома

26 май 2010 йыл, 11:41

«Башинформ» Анкарала төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары ултырышында ҡатнаша

автор: "Башинформ"

Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала Төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары союзы (ТКА) ағзаларының ултырышы үтә. Уның эшендә был союзға ингән мәғлүмәт агентлыҡтары — «Анталия агентлығы» (Төркиә), "АзерТАдж" (Азербайжан), «Кабар» (Ҡырғыҙстан), ТАК (Төньяҡ Кипр), "Башинформ" (Рәсәй, Башҡортостан), «Татар-информ» (Рәсәй, Татарстан),  «Крымские Новости» агентлығы етәкселәре ҡатнаша. «Башинформ» агентлығынан ултырыш эшендә агентлыҡтың генераль директоры Юнир Аҙнабаев ҡатнаша.

Был осрашыуҙың төп йүнәлештәре — төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары эшендә хәҙерге заман мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм уларҙың эшмәкәрлеген яраштырыуҙы тәрәнәйтеү, мәғлүмәт алмашыуҙы көсәйтеү.

Ултырышта ҡатнашыусылар «Анадолу» Төркиә мәғлүмәт агентлығына барҙы, уның етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре менән осрашты, төрөк коллегаларҙың эш спецификаһы менән танышты. Һуңынан Төркиә Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Баш матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығының генераль директоры Мурат Каракая ҡабул итте. Осрашыу барышында Мурат Каракая ТКА-ға ингән мәғлүмәт агентлыҡтары араһында үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеү, бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү тураһында һөйләне. Төркиә Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Баш матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығында ултырышта ҡатнашыусылар сит ил телеканалдарының мониторинг хеҙмәте эше менән танышты. Киләһе осрашыуҙы быйыл ноябрҙә Истанбулда үткәрергә һөйләшеп килешелде.  

Ултырыштың бөгөнгө көнө IT-технологиялар өлкәһендәге эшкә, «Анадолу» мәғлүмәт агентлығының фото һәм видеохеҙмәте менән танышыуға арналды. Быйыл Төркиәнең төп һәм иң ҙур мәғлүмәт агентлығы булып торған, бөтә донъяла киң билдәле һәм популяр “Анадолу" агентлығына 90 йыл тулды.

"Анадолу Аджансы" мәғлүмәт агентлығы 1920 йылда Төркиә Республикаһына нигеҙ һалыусы Мостафа Кемаль Ататөрк инициативаһы менән ойошторола. «Анадолу» агентлығының генераль директоры Хилми Бенги хәбәр итеүенсә, хәҙерге ваҡытта уның бөтә Төркиә буйынса 14 төбәк бүлеге һәм 30 бюроһы бар. Илдән ситтә агентлыҡтың 20 сит ил корреспондент пункты булдырылған.