8 декабрь, Кесе йома

26 май 2010 йыл, 11:17

Республика аграрийҙары сәсеүлектәрҙе эшкәртеүгә күсте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика эшсәндәре һуңғы йылы яратыусы культураларҙы сәсеүҙе тамамлай. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 26 райондың ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы сәсеүҙе ослаған. 32 район яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеү планын үтәгән.  Айырым райондарҙа, ҡоролоҡто иҫәптә тотоп, бер аҙ сәсеүлек майҙандары структураһы үҙгәртелгән. Мал аҙығына бер йыллыҡ үләндәр сәсеү артҡан.

Параллель рәүештә эшсәндәр сәсеүлектәрҙе эшкәртеүгә төшә: рәт араһын эшкәртә, химик утау үткәрә. Беренсеһендә Көйөргәҙе районы хужалыҡтары алда бара. Культиваторҙар менән 14266 гектар көнбағыштың 7000 гектарын үткән (49%), шәкәр сөгөлдөрө плантацияһының 64 проценты эшкәртелгән.

Шишмә районы хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн химик утауҙы тулыһынса тамамлаған. Стәрлетамаҡ районы ауыл хужалығы предприятиелары химик препараттар менән 16 мең гектарҙы (32 процент) эшкәрткән.  

Был аҙнала  үҫемлекселекте интенсификациялау һәм мелиорация бүлеге белгестәре Бишбүләк, Бөрө, Кушнаренко райондарында һәм Урал аръяғында зона республика кәңәшмәләрен үткәрә, унда стресҡа ҡаршы препараттар менән химик утау үткәреү һәм ҡоролоҡ шарттарында мал аҙығы әҙерләү буйынса кәңәштәр биреләсәк.