5 декабрь, Дүшәмбе

26 май 2010 йыл, 10:59

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондына заявка бирелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды финанс ярҙамы күрһәтеү лимитын арттырыу иҫәбенә финанс ярҙамы алыуға заявка бирҙе.  

Дәүләт корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, финанс ярҙамы күрһәтеүгә Башҡортостандың ике заявкаһы ҡарауға ҡабул ителде: күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү, шулай уҡ аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү иҫәбенә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн.

Башҡортостан Фонд средстволарынан 1,46 миллиард һум аҡса алырға планлаштыра. Шуның 870,99 миллион һумын республиканың 20 муниципаль берәмегендәге 231 күп фатирлы йортто капиталь ремонтлау төбәк адреслы программаһын финанслауға йүнәлтергә планлаштырыла. Тағы 478,85 миллион һум төбәктең 7 муниципаль берәмегендәге 54 авария хәлендәге йортонан граждандарҙы күсереү программаһын финанслауға йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, 109,6 миллион һум республиканың 4 муниципаль берәмегендәге 17 авария хәлендәге йорттан граждандарҙы аҙ ҡатлы төҙөлөш йорттарына күсереүгә тотоноласаҡ. Күрһәтелгән программаларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 48148 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ.

2010 йылда Рәсәйҙең 16 субъектына, шул иҫәптән Башҡортостанға ла финанслау лимиттары арттырылды. Былар 2009 йылдың 31 декабренә тиклем Фонд средстволары иҫәбенә башта билдәләнгән финанс ярҙамы лимитының кәмендә 95 процентын алған һәм программаларҙы тулы күләмдә тормошҡа ашырған төбәктәр.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды идараһы Башҡортостан заявкаһын бер ай эсендә ҡараясаҡ.