Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөгә кредит линияһын астылар

Иҡтисад

2010 йылдың 24 майында Өфө хакимиәте ҡала бюджеты дефицитын ҡаплау өсөн 1 йылда түләү шарты менән дөйөм суммаһы 100 миллион һумға яңыртылмаусы кредит линияһын асыу буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә аукцион үткәрҙе.

Аукционда «Связь-банк» акционерҙар коммерция банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Росбанк» АКБ асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Газэнергопромбанк» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Уралсиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡатнашты. Йылына 6,95 процент күләмендәге минималь ставка тәҡдим иткән «Газэнергопромбанк» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте аукционда еңеп сыҡты.

Кредит ресурстарын йәлеп итеү буйынса финанс консультант булып «Инвестицион агентлыҡ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт – аналитика бүлегенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть