Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Объективта Италия» Башҡортостан-Италия эшлекле даирәләр форумы

Иҡтисад

Өфөлә «Объективта Италия» Башҡортостан-Италия эшлекле даирәләр форумы үтте.

Башҡортостанда Италия менән хеҙмәттәшлеккә ҙур әһәмиәт бирелә. Республикала төрлө өлкәләрҙә берлектәге ҙур проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла: нефтехимия, ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, төҙөлөш индустрияһы, ауыл хужалығы, сауҙа. Былтырғы йомғаҡтар буйынса Италия төбәгебеҙҙең төп дәүләт-партнерҙары араһында етенсе урында торҙо.

Был көндө Өфөлә мөһим ваҡиға булды: Италия-Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостан вәкиллеге асылды. Был илебеҙҙә палатаның икенсе төбәк вәкиллеге. Беренсеһе – Мәскәүҙә.  

Башҡортостан яғынан Башҡортостан-Италия форумын асыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре, ҡыҙыҡһынған компаниялар етәкселәре ҡатнашты.

Италия делегацияһын Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты, «Италия-Рәсәй мөнәсәбәттәрен үҫтереү үҙәге» фонды президенты Розарио Алессандрелло етәкләй. Уның менән бергә форумға күптән инде Рәсәйҙә уңышлы эшләгән итальян фирмалары вәкилдәре килгән. Форумда улар үҙ компаниялары менән бер аҙ таныштырып үтте.

Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты палатаның Башҡортостан вәкиллеге етәксеһе Руслан Кинйәкәевҡа палата сертификатын – вәкиллекте асыуҙың рәсми билдәһен тапшырҙы.  

Эшлекле форумда Башҡортостан менән Италия араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ иткән йәмәғәтселек һәм бизнес вәкилдәрен наградлау үткәрелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть