7 декабрь, Шаршамбы

26 май 2010 йыл, 9:47

Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы башлығы Розарио Алессандрелло менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте / фото: Олег Яровиков

25 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы Президенты Розарио Алессандрелло менән эш осрашыуы үткәрҙе. Республикаға ул Италияның сауҙа-иҡтисади миссияһы етәкселегендә эшлекле даирәләрҙең итальян-башҡорт форумында ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыу барышында Башҡортостан һәм Италия араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.    

Мортаза Рәхимов Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы башлығын республиканың социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырҙы, Башҡортостанда сит ил инвесторҙары ҡатнашлығында бер нисә эре проекттың ғәмәлгә ашырылыу барышы хаҡында һөйләне. Республика Президенты ике яҡлы контакттың һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн электән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе булған Башҡортостан менән Италияның ярайһы ҙур потенциалы булыуын билдәләй.  

— Беҙҙең иҡтисади хеҙмәттәшлегебеҙгә 40 йылдан ашыу, һәм шунан бирле төрлө өлкәлә берлектәге ике яҡҡа ла файҙалы әллә күпме проект тормошҡа ашырылған. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа, ауыл хужалығы машиналары эшләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе иҫәпкә алмағанда, контакттар кәмене. Икәү-ара тауар әйләнеше күләмен арттырыу өсөн берлектәге сәнәғәт предприятиеларын булдырырға кәрәк, — тине Мортаза Рәхимов.

Әңгәмә барышында, шулай уҡ, республикала берлектәге күн производствоһын ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә ярҙам сараларына ла ҡағылып үттеләр.    

Розарио Алессандрелло әйтеүенсә, Италияның  эшлекле даирәләре Башҡортостандағы хеҙмәттәштәре менән берлектә эшләү яҡлы һәм республика йөҙөндә ышаныслы һәм перспективалы партнер күрә. Уның фекеренсә, һуңғы йылдарҙа республикала ярайһы ҙур ыңғай үҙгәрештәр булып үткән.

—Башҡортостан йәмғиәте тормошҡа яраҡлашҡаныраҡ була барған һымаҡ, эшҡыуарлыҡҡа ынтыла, уның менән план ҡороуы еңелләште, — тине Розарио Алессандрелло.

Йәнә уның билдәләүенсә, Өфөлә үткән эшлекле даирәләрҙең «Объективта – Италия» итальян-башҡорт форумы хеҙмәттәшлектең нығыныуына мөһим аҙымдарҙың береһе булған. Эшлекле миссия дауамында Италия-Рәсәй сауҙа палатаһын презентациялау үтте, Өфөләге вәкиллектең офисы асылды.

Осрашыуҙа Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры Юрий Пустовгаров, Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов ҡатнашты.

Белешмә өсөн.

2009 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының Италия менән тышҡы сауҙа әйләнеше 240 миллион АҠШ доллары тәшкил итте. Экспорт — 209 миллион АҠШ доллары, импорт — 31 миллион АҠШ доллары, 4,3 процент сағыштырмаса ауырлыҡ менән был Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә 7-се урынға тура килә. Экспорт структураһында нефть продукттары өҫтөнлөк итә, импортта — машина, ҡорамалдар.