3 декабрь, Шәмбе

26 май 2010 йыл, 9:47

Башҡортостанда 10 тонна египет әфлисундары бракка сығарылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре 10 тонна египет әфлисундары партияһын юҡ итеүгә йүнәлтте. Йөктә Урта диңгеҙ буйы емеш-еләк себененең (Ceratitis capitata) тере ҡарышлауыҡтары табылған.  

Күҙәтеү ведомствоһы белгестәре һөйләүенсә, ҡоротҡос Өфө эшҡыуарының заявкаһы буйынса карантиндағы продукцияны тикшергәндә асыҡланды. Был республикала емеш-еләк себененең тәүге тапҡыр табылыуы. Һуңғы биш йылда белгестәрҙең бер тапҡыр ҙа был ҡоротҡосто осратҡаны булманы. Ғәҙәттә бындай продукция ил сиге аша индергәндә үк бракка сығарыла.  

Урта диңгеҙ буйы емеш-еләк себене — ауыл хужалығы культураларының хәүефле ҡоротҡосо. Был бөжәк Европа, Азия, Африка, Америка, Австралия, Океанияның күп илдәрендә таралған; Рәсәйҙә юҡ, әммә карантин объекты булып тора, сөнки себендең ҡарышлауыҡтары төрлө емеш-еләк менән еңел индерелә. Себен күп нәмәне ашай, 70-тән ашыу төр үҫемлектәрҙе (абрикос, персик, әфлисун, мандарин, алма, груша, виноград, томат һәм башҡалар) зарарлай. Урта диңгеҙ буйы емеш-еләк себене ҡарышлауығы менән зарарланған емеш серей башлай.