7 декабрь, Шаршамбы

26 май 2010 йыл, 8:44

Арғаяш башҡорт халыҡ театры Силәбелә сығыш яһай

автор: Әлфиә Әһлиуллина

31 майҙа Арғаяш башҡорт халыҡ театры Наум Орлов исемендәге Силәбе дәүләт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ. Төбәк театры унда башҡорт драматургы Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса «Ул ҡайтты» спектален ҡуясаҡ.

«Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе Арғаяш районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Рәшит Хәкимовтың хәбәр итеүенсә, һуңғы өс йыл эсендә коллективтың академия драма театры сәхнәһендә был өсөнсөгә сығыш яһауы.

Арғаяш театрының яңы эше Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арнала. Шулай ҙа өлкә үҙәгендә ҡуйыласаҡ спектаклде актерҙар 1 майҙа донъянан ваҡытһыҙ киткән труппаның художество етәксеһе Хәбил Халиковтың яҡты иҫтәлегенә бағышларға ҡарар иткән.

Әйтергә кәрәк, был үҙенсәлекле ижади коллектив – башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Силәбе өлкәһе Арғаяш районының ғорурлығы.  Үҙенең 20 йыллыҡ тарихында театр өлкә һәм төбәк конкурстарында бер тапҡыр ғына лауреат исемен алмаған. 2008 йылда ул Ивановола үткән I «Провинцияла театраль кисәләр» бөтә Рәсәй ауыл театрҙары фестивалендә беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Ә 2009 йылда театр «Көньяҡ Уралдың атҡаҙанған коллективы» тигән юғары исем алған.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов әйтеүенсә, Арғаяш театры – республиканан ситтә эшмәкәрлек итеүсе һәм башҡорт драматургтары әҫәрҙәрен пропагандалаусы берҙән-бер башҡорт театры.