Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Ирәндек моңдары-2010» конкурсында ҡатнашыуға 110 кеше заявка биргән

Йәмғиәт

Бөгөнгө көндә башҡорт йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары-2010» төбәк-ара конкурсында ҡатнашыуға Башҡортостан һәм Татарстандан, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләренән 110 кеше заявка биргән. Был турала «Башинформ» агентлығына сараның кураторы — Республика халыҡ ижады үҙәге бүлеге начальнигы Эльвира Әхмәтйәнова хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, X «Ирәндек моңдары-2010» юбилей конкурсы Сибай ҡалаһында 27-29 майҙа үтәсәк. Унда 35 йәшкә тиклемге һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша ала.

Эльвира Искәндәр ҡыҙы әйтеүенсә, конкурсанттарҙы тыңлап ҡарау  Сибай «Сулпан» башҡорт балалар театрында һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында 27, 28 майҙа үтәсәк. «Ирәндек моңдары-2010» лауреаттарының гала-концерты 29 майға билдәләнгән. Ул Сибай дәүләт филармонияһы сәхнәһендә ойошторола.

Юбилейлы конкурстың жюри составына фольклорсы-ғалимдар, Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары индерелгән. Улар иҫәбендә Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова, РФ һәм БР-ҙың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхмәт Сөләймәнов, БАССР-ҙың аҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Айрат Ҡобағошов һәм башҡалар бар.

Конкурс саралары программаһында ғалим-фольклорсылар һәм арҙаҡлы халыҡ йырсылары менән осрашыуҙар ҡаралған. Башҡорт вокалы буйынса ижади лаборатория ла ойоштороласаҡ.

Конкурсты Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм «Урал аръяғы» ассоциацияһы ойоштора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть