3 декабрь, Шәмбе

25 май 2010 йыл, 17:10

Башҡортостан бокссыһы Косимов Ташкентта “бронза” яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Ташкентта Үзбәкстандың атҡаҙанған тренеры Сидней Джаксон иҫтәлегенә бокс буйынса халыҡ-ара турнир үтте.  

Ярыштарҙы Үзбәкстандың Бокс федерацияһы менән берлектә Мәҙәниәт эштәре һәм спорт буйынса министрлығы ойошторҙо.

«Жар» спорт-һауыҡтырыу комплексының рингына Үзбәкстан, Рәсәй, Германия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Ҡытайҙан йөҙҙән ашыу спортсы сыҡты.

Рәсәй исеменән был турнирҙа Башкортостандың өс спортсыһы сығыш яһаны: Иглиндан Камрон Косимов (56 кг) һәм Мрав Азарян (60 кг), Стәрлетамаҡтан Айсамирза Айсамирзаев (64 кг).

Азия уйындары чемпиондарын, Олимпиада уйындарында ҡатнашыусы Ирандан Омран Акбари менән Ҡырғыҙстандан Залкар Бакировты еңеп, Косимов турнирҙың “бронза”һын яуланы.

темалар: бокс