Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Республика мәктәптәрендә «һуңғы ҡыңғырау» шылтыраны

Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан мәктәптәрендә мәктәпте тамамлауға арналған тантаналы линейкалар үтте. "Һуңғы ҡыңғырау" — балалыҡтың тамамланыу символы һәм оло тормошҡа аяҡ баҫыу дәлиле булараҡ республиканың 46 мең туғыҙынсы синыф һәм 27 меңдән ашыу ун беренсе синыф уҡыусыһы өсөн яңғыраны.  

Был тантаналы көн менән егет һәм ҡыҙҙарҙы БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡотланы. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, шулай тиелә: "Ҡулығыҙға аттестат алып һәм мәктәп тупһаһынан сығып, һеҙ үҙегеҙҙе яңы өлкәлә яңы категорияла һынап ҡараясаҡһығыҙ. Бөгөн һеҙҙә энтузиазм көслө – һеҙҙең алда бик күп төрлө юлдар, улар аша үтеп, һеҙ мотлаҡ үҙ хыялығыҙға ирешәсәкһегеҙ. Иң мөһиме – дөрөҫ юл һайлау. Артабан һеҙҙән үҙ аллы яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтлелеге лә, ҡуйылған маҡсатыңа өлгәшеүгә ынтылыш та, интеллектуаль һәм шәхси ижади мөмкинлектәреңде кәрәкле йүнәлештә файҙалана белеү оҫталығы ла талап ителәсәк. Был сифаттар алда торған юғары һәм урта махсус уҡыу йортона инеү һынауҙарында ғына түгел, шулай уҡ профессиональ карьераңды ҡорғанда, тормошоңда өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләгәндә һәм бойомға ашырғанда ла үҙ актуаллеген юғалтмаясаҡ".

Традиция буйынса, тантаналы саралар — линейкалар, концерттар, бейеү программалары — тамамланғас, сығарылыш синыфы уҡыусыларының күбеһе башҡа урындарҙа байрамын дауам итәсәк. Ләкин иртәгә инде улар Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә башлаясаҡ.

Балалар БДИ формаһында тәүге һынауҙы 27 майҙа уҡ үтәсәк. Был көндө ун беренсе синыф уҡыусылары информатика һәм информацион-коммуникация технологиялары (ИКТ), биология, әҙәбиәт буйынса имтихан тапшырасаҡ. Киләһе имтихан — рус теле буйынса 31 майҙа, 4 июндә – сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан), химия, 7 июндә – математика, 11 июндә – тарих, физика, 15 июндә – йәмғиәтте өйрәнеү, география. Берҙәм дәүләт имтиханы 22 июндә – башҡорт теленән имтихан менән тамамлана.

Сығарылыш уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс мәл бер айҙан һуң етәсәк. 23 июнгә республика мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре планлаштырылған.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть