11 декабрь, Йәкшәмбе

25 май 2010 йыл, 14:51

БДАУ студенттары бүләккә яңы физкультура-сәләмәтләндереү комплексы алды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм уҡыиыусылары уҡыу йылы тамамланыуға бына тигән бүләк алды. Шишәмбе, 25 майҙа, бында яңы физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асылды. Уҡыу йорто өсөн мөһим ваҡиғала БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтиәров ҡатнашты.

Барыһын да спорт ҡоролмаһы асылыу менән ҡотлап Раил Сарбаев, Башҡорт дәүләт аграр университеты ауыл хужалығы тармағы өсөн белгестәр әҙерләү өлкәһендә хаҡлы рәүештә республиканың төп ғилми һәм белем биреү үҙәге булып иҫәпләнә, тине.

— Юғары уҡыу йортоноң инновацион йүнәлеше, уҡытыуҙа файҙаланылған заманса технологиялар һеҙгә киләсәккә ышаныслы ҡарарға, әүҙем ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барырға, перспективалы проекттарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә, — тип билдәләне ул. — Шул уҡ ваҡытта элек-электән университет үҙенең спорт ҡаҙаныштары менән айырылып торҙо, йәш быуынды күмәк спорт менән шөғөлләнеүгә әүҙем йәлеп итте.

Аграр университетты тамамлаусы булараҡ, Премьер-министр, вуздың бай спорт традициялары бөгөн тағы ла әүҙемерәк дауам иттерелә, тип ҡәнәғәтләнеп билдәләне.

БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов был көндө студенттар өсөн генә түгел, шулай уҡ университет уҡытыусылары өсөн дә мөһим тип атаны. Ул республика етәкселегенә спорт ҡоролмаһын төҙөүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, бында шөғөлләнеүҙәр күп егет-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн артабанғы еңеүҙәр нигеҙе булып торасаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.

Комплекста иркен спорт залынан тыш, заманса ҡорамалдар һәм инвентарҙар менән тренажер залдары бар. Ошонда уҡ уңайлы душ бүлмәһе, дүрт кейенеп-сисенеү бүлмәһе, физик тәрбиә кафедраһы уҡытыусылары кабинеттары урынлашҡан. Тамашасылар өсөн айырым урын ҡаралған. Ярыштарҙы ҡарау өсөн бында 100-ҙән ашыу көйәрмән килә ала.

Хәйер, бүләкте балалар юғары ҡунаҡтар алдында уҡ һынап ҡараны. Физкультура-сәләмәтләндереү комплексын асыу көнөндә бында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының III йәйге Универсиадаһы сиктәрендә Волга буйы федераль округының ирҙәр командалары араһында волейбол буйынса һайлап алыу ярыштары башланды. Уларҙа ҡатнашыу өсөн Өфөгә Ижевск, Пермь, Ҡазан, Пенза, Ырымбур ҡалаларынан, Сыуаш Республикаһынан, Нижегородка һәм Һамар өлкәләренән командалар йыйылды.  

Беренсе уйын хужалар менән Ижевск дәүләт ауыл хужалығы академияһынан ҡунаҡтар араһында үтте.

Иң аҙаҡтан Раил Сарбаев БДАУ-ҙың тарих һәм этнография музейында булды һәм юғары уҡыу йортоноң профессор-уҡытыусылар составы менән аралашты.