8 декабрь, Кесе йома

25 май 2010 йыл, 12:33

Китапханалар системаһы директорҙары кәңәшмәһе

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөтә Рәсәй китапханалар көнө алдынан, 26 майҙа, Өфөлә Башҡортостан китапханалар системалары директорҙарының йыллыҡ Республика кәңәшмәһе үткәрелә. Ул 2010-2014 йылдарға «Китапхана эшен үҫтереү» республика маҡсатлы программаһын һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының 2010 йылға саралар планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.

Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһы директоры урынбаҫары Рәзил Бикбулатов хәбәр итеүенсә, кәңәшмәлә республика китапхана учреждениеларының үҫеш перспективалары ҡараласаҡ һәм 2010 йылдың беренсе кварталындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаласаҡ. Шулай уҡ китап фондтарын комплектлау, электрон мөхиттә китапхана технологияларын үҫтереү мәсьәләләре лә тикшереләсәк.  

Бынан тыш, форум сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «БР-ҙың иң яҡшы башҡорт китабы» IV Республика конкурсы, «БР-ҙың иң яҡшы китапхана сайты» I Республика  конкурсы еңеүселәрен һәм дипломанттарын бүләкләү тантанаһы ла планлаштырылған.

темалар: китапханалар