11 декабрь, Йәкшәмбе

25 май 2010 йыл, 11:21

Өфө 2013 йылда донъяның иң яҡшы хоккейсы йәштәрен көтә

автор: Дмитрий Слезин

2013 йылда Башҡортостан баш ҡалаһы Өфөлә шайбалы хоккей буйынса донъя йәштәр чемпионаты үтәсәк. Был турала Рәсәй хоккей федерацияһы (РХФ) президенты Владислав Третьяк хәбәр итте.

— ИИХФ (Халыҡ-ара хоккей федерацияһы) ултырышында, Өфөлә 2013 йылда донъя йәштәр чемпионаты үтәсәк, тигән ҡарар ҡабул ителде. Быйыл Сочиҙа донъя юниорҙар чемпионаты (18 йәшкә тиклем) үтәсәк, – тип Владислав Третьяктың һүҙҙәрен ҡабатлай Газета.ру.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, РХФ президенты Владислав Третьяк Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың ҡултамғаһы менән 2008 йылда хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында "Салауат Юлаев" еңгәндән һуң 2013 йылғы донъя йәштәр чемпионатын Өфөлә үткәрергә теләүҙәре тураһында хат алғайны. Республика өсөн триумфаль йылда Рене Фазель Башҡортостандың был теләген хуплағайны: "Был бик яҡшы идея, тип уйлайым. Өфөлә чемпионаттар беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай, арена ярайҙы уҡ ҙурлыҡта, бында килеүе лә еңел, хоккей матчтарына йөрөү кимәле юғары, спортсыларға йәшәү өсөн уңайлы ҡунаҡханалар бар. Шуға күрә Өфөнөң был чемпионатты алыу ихтималлығы юғары, тип уйлайым ", — тине ул саҡта Халыҡ-ара хоккей федерацияһы башлығы.

Өфө, ысынлап та, ҙур спорт форумдарын үткәреү буйынса бай тәжрибәгә эйә, шул иҫәптән хоккей буйынса ла – 1996 йылда 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Европа чемпионаты Р.Зорге урамындағы иҫке Спорт һарайында, шулай уҡ хәҙерге яңы һигеҙ мең урынлыҡ «Өфө-Арена»ны асыу хөрмәтенә Рәсәй һәм Канада йәштәре осрашыу матчы үтте.  

темалар: хоккей