6 декабрь, Шишәмбе

25 май 2010 йыл, 10:56

Сәфәр мәктәп уҡыусыларының республика сатраш фестивален ҡабул итә

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары араһында "Сәфәр-2010" республика сатраш фестивале 2010 йылдың 28-30 майында Шишмә районында үтә.

"Башинформ" агентлығына райондың сатраш буйынса өлкән тренеры Илдар Байбуриндың хәбәр итеүенсә, тиҙ уйналыусы сатраш буйынса ярыштарҙа ун йәш төркөмө буйынса 1992-2001 йылда тыуған ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша. Ваҡыт контроле партия аҙағына тиклем 30 минут тәшкил итәсәк, ә турҙар иҫәбен, ҡатнашыусылар һанына ҡарап, судьялар коллегияһы хәл итәсәк.

Фестиваль еңеүселәрен һәм призерҙарын маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә. Йола буйынса уҡыу йылы аҙағында үткәрелеүсе турнирҙа әлеге ваҡытта 80 йәш спортсы ҡатнашырға теләк белдергән.

темалар: сатраш