11 декабрь, Йәкшәмбе

25 май 2010 йыл, 10:47

Бөрйән районында республикала беренсе туристар туҡталышы асыла

автор: Дмитрий Слезин

26 майҙа Бөрйән районында, Оло Көҙән төбәгендә, Башҡортостан Республикаһында беренсе туристар туҡталышын асыу тантанаһы үтәсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сараға республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты, туристик ойошмалар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, шулай уҡ муниципаль берәмектәр хакимиәте башлыҡтары саҡырылған.

Сараны дауам итеп, ошо уҡ көндө Марат туғайында Ағиҙел йылғаһы буйлап Шүлгән мәмерйәһенә тиклем һалда ағып төшөүгә старт биреләсәк, унда йәштәрҙең туристик төркөмө һәм рәсми делегация ҡатнаша.  

Был туристар туҡталышы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡушыуы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «2020 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында туризм үҫешенең комплекслы программаһы тураһында», «2008-2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында туризм индустрияһы үҫеше» республика программаһы тураһында» ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, Республика территорияһында конкурент һәләтле туристик тармаҡты формалаштырыу Рәсәй һәм сит ил граждандарының туристик-рекреацион хеҙмәттәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ инвестициялар, эш урындары һәм халыҡ килеме кимәле артыуы, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙың килем өлөшө артыуы иҫәбенә Башҡортостан Республикаһының социаль – иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерәсәк.

Бынан тыш, бөгөнгө көндә Бөрйән районында башҡа төрлө туристик туҡталыштар ҙа төҙөлә, ә Марат туғайында туристик кемпинг төҙөлөшө әүҙем бара.

Үрҙә һаналған сараларҙа теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала, бының өсөн БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының туризм һәм туристик индустрия бүлегендә алдан теркәлергә кәрәк. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 29-сы офис; 251-57-27 телефоны аша ла яҙылырға мөмкин.

Юлға 26 майҙа иртәнге сәғәт 6-нан 7-гә тиклем БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы бинаһы алдынан ҡуҙғалырға (Совет урамы, 18).