8 декабрь, Кесе йома

26 май 2010 йыл, 8:26

Рәсәй эшҡыуарҙары көнө менән!

автор: “Башинформ”

26 май календарҙа Рәсәй эшҡыуарҙары көнө тип билдәләнгән. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бөтә эшҡыуарҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Хөрмәтле эшҡыуарҙар!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй эшҡыуарҙары көнө менән ҡотлайым!

Әүҙем тормош алып барыусы һәм үҙ эшенә юғары яуаплылыҡ менән ҡараусы, ижади фекер йөрөтөүсе кешеләрҙең һаны йылдан-йыл артыуы шатландыра. Бөгөн республикала иҡтисадта мәшғүлдәрҙең һәр өсөнсөһө бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә эшләй.  

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, иҡтисади эшмәкәрлекте, һәр яҡлап уңайлы бизнес мөхитен киңәйтеү өсөн шарттар булдырыу һуңғы йылдарҙа дәүләт сәйәсәтенең мөһим бер өлөшө булып тора. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостандың 1100-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты 1,8 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды.

Эшҡыуарлыҡтың иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарын, производство мөмкинлектәрен үҫтереүҙә күберәк ҡатнашыуы республиканың алға ынтылышлы социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Тулайым төбәк продуктының биштән бер өлөшө бәләкәй һәм урта бизнес көсө менән етештерелә. Төп капиталға инвестициялар һалыу күләме бәләкәй предприятиелар буйынса 10 миллиард һумға етә.  

Бизнестың социаль яуаплылығы күтәрелә, уның кешеләрҙең көнкүрешен һәм йәшәү кимәлен яҡшыртыуға индергән өлөшө үҫә бара. Башланғыстарығыҙ һәм ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа тотороҡло эшләүегеҙ һөҙөмтәһендә эш урындары һаҡлап ҡалынды һәм яңылары булдырыла, бюджет тулыландырыла һәм халыҡ кәрәкле тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин ителә.  

Ҡәҙерле эшҡыуарҙар, һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, республика һәм илебеҙҙең ижади мөмкинлектәрен арттырыуҙа яңы уңыштар һәм һөҙөмтәле хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».