Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Шамил Вахитов: «Ҡоролоҡ шарттарында мал аҙығы базаһына баҫым яһау мотлаҡ»

Иҡтисад

Республиканың өс районында Башгидромет синоптиктары ҡоролоҡ күҙәтелеүен раҫланы. Вегетация осоронда Туймазы, Йылайыр, Хәйбулла райондарында 30 көндән ашыу ямғыр яуманы. Быны Аҡъяр, Туймазы һәм Йылайырҙа урынлашҡан метеостанциялар дәлилләй. Тәбиғәттең ошо хәүефле күренеше менән бәйле БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов Хөкүмәттең киңәйтелгән ултырышында муниципаль район хакимиәте башлыҡтарына тәҡдимдәрен еткерҙе.

Ҡоролоҡ шарттарында еткелекле мал аҙығы базаһын булдырыуға махсус иғтибар бирергә кәрәк. Сенаж кеүек һутлы мал аҙығын һалыуға баҫым яһарға. Бесән сабыуға төшөү ваҡытын һуҙырға ярамай. Был бигерәк тә ҡуҙаҡлы үләндәргә ҡағыла. Шул ваҡытта икенсе сабыуҙа юғарыраҡ уңыш алыуға өмөт бар. Был хәлдә рапс, тары кеүек йәйге мал аҙығы үләндәрен сәсеү өсөн ҡара пар ерҙәрен ҡулланырға мөмкин. Агротехник сроктар буйынса уларҙы 15 июнгә тиклем сәсергә ярай.

Шамил Вахитов етәрлек мал аҙығы базаһын булдырып, мал иҫәбен кәметмәү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Республиканың күп кенә районында дым етешмәүе күҙәтелә. Ямғырҙар үткән төньяҡ-көнсығыш райондарҙа хәлдәр сағыштырмаса яҡшыраҡ.Яҡын арала хәл-ваҡиғаларҙың яҡшы яҡҡа үҙгәреүе бар. Башгидрометтың баш синоптигы Анна Казаева әйтеүенсә, эҫе ҡоро һауа торошо ике-өс көн торасаҡ. Циклон үтеү сәбәпле, 28-29 майҙа Башҡортостанда көндәрҙең һалҡынайтыуы һәм бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Яуым-төшөмдәр бар республикала күҙәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть