3 декабрь, Шәмбе

25 май 2010 йыл, 9:26

2013 йылдан Рәсәйҙә гастарбайтерҙарҙың бармаҡ эҙҙәрен аласаҡтар

автор: Юлай Мәғсүмов

Айырым категория сит ил хеҙмәтсәндәренең Рәсәй Федерацияһына килеү һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барыу үҙенсәлектәре билдәләнде. Федераль законға индерелгән үҙгәрештәр араһында 2013 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһына виза алыуҙы талап итмәгән тәртиптә килгән сит ил граждандарына эшкә рөхсәт биргәндә уларҙы фотоға төшөрөү һәм мотлаҡ дактилоскопик теркәү индереүҙе билдәләргә мөмкин.  

Был яңылыҡ тураһында 2010 йылдың 19 майындағы "Рәсәй Федерацияһында сит ил граждандарының хоҡуҡи хәле тураһында" Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында" 86-сы Федераль законда уҡырға мөмкин.