9 декабрь, Йома

24 май 2010 йыл, 17:49

140 табип «Йоматау» шифаханаһында квалификация күтәреү курсын үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

140-ҡа яҡын табип — Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан оториноларинголог, неонатолог, сурдолог һәм педиатрҙар яңы тыуған сабыйҙарға аудиологик скрининг буйынса квалификация күтәреү курсын үтәсәк.  

Дәрестәр «Оториноларингология фәнни-клиник үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһының Өфө филиалы етәкселеге аҫтында «Йоматау» шифаханаһында ике аҙна дауамында алып барыласаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығына филиал директоры Әҙип Мөҡминов хәбәр итте.Улар менән тәжрибәле белгестәр – «Оториноларингология фәнни-клиник үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһының ғилми-методик һәм белем биреү эшмәкәрлеге бүлеге етәксеһе Ирина Наумова (Мәскәү), Үҙәктең Өфө филиалы хеҙмәткәрҙәре Флүрә Хафизова, Елена Савельева, шулай уҡ Әҙип Мөҡминов үҙе шөғөлләнәсәк.

Әйтергә кәрәк, аудиологик скрининг яңы тыуған сабыйҙарҙың һәм бер йәшкә тиклемге балаларҙың ишетеү һәләтен тикшереү буйынса берҙән-бер һөҙөмтәле алым булып тора. 2007 йылдан алып «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектты ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ул асыҡланыусы ауырыуҙар иҫәбенә индерелгән (неонаталь скрининг), ул баланың ишетеү һәләте боҙолоуын ваҡытында асыҡларға һәм артабан ҡолаҡҡа ҡатылыҡты реабилитациялауға мөмкинлек бирә.  

темалар: һаулыҡ һаҡлау