9 декабрь, Йома

24 май 2010 йыл, 17:28

Башҡорт батыры Рәдиф Аҡсурин донъя чемпионатында «алтын» миҙал алды

автор: Дмитрий Слезин

Ҡазанда Татар АССР-ы ойошторолоуының 90 йыллығына ҡарата билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты үтте.

Татарстандың баш ҡалаһында донъяның 17 иленән 60-тан ашыу көрәшсе йыйылды.  

Ярышта ҡатнашыусылар 63 кг, 75 кг, 85 кг, 100 кг һәм 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияларында көрәште.  

Чемпионат бар биш ауырлыҡ категорияһында ла Рәсәй йыйылма командаһының еңеүе менән тамамланды (дөйөм иҫәп — 250 мәрәй).

Беларусь йыйылма командаһы – икенсе урында (208 мәрәй), өсөнсөлә –Молдавия командаһы (177 мәрәй).

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Наил Мөхәмәтйәнов (75 кг ауырлыҡ категорияһында) менән Рәдиф Аҡсурин (100 кг ауырлыҡ категорияһында) да бар ине. Рәдиф Аҡсурин үҙенең ауырлығында «алтын» алды.