6 декабрь, Шишәмбе

24 май 2010 йыл, 17:26

Студенттарҙың професиональ оҫталығын Бөтә Рәсәй кимәлендә баһалайҙар

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреү учреждениеларында урта махсус уҡыу йорттарында уҡыусылар араһында Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ олимпиадаһының йомғаҡлау этаптары үтә.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар барышында беҙҙең балалар теоретик заданиеларҙа ла, шулай уҡ практик һөнәргә эйә булыу күнекмәләрен күрһәткәндә лә яҡшы белем күрһәтә.

Мәҫәлән, Владимирҙа үткән «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү» олимпиадаһында Салауат индустриаль колледжынан Илгиз Хисамов иң яҡшыһы булды.

Ростовта үткәрелгән «Йәмәғәт туҡланыуы продукцияһы технологияһы» олимпиадаһында Өфө сауҙа-иҡтисад колледжынан Ольга Петрова «Иң яҡшы блюдо» номинацияһында диплом менән бүләкләнде.

Чебоксарҙа уҙған «Биналар һәм ҡоролмалар төҙөү һәм файҙаланыу» олимпиадаһында Стәрлетамаҡ төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжы студенты Ксения Супрун икенсе призлы урын яуланы.

Олимпиадалар 4 июндә тамамлана.

темалар: мәғариф