8 декабрь, Кесе йома

24 май 2010 йыл, 17:07

Ҡаҙағстан һәм Ленинград өлкәһе делегациялары бизнес-форумда ҡатнашасаҡ

автор: Эльвира Латипова

Ҡаҙағстан һәм Ленинград өлкәһе бизнес-делегациялары «Газ. Нефть. Технологиялар-2010» XVIII Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһендә эшләү һәм өс яҡлы бизнес-форумда ҡатнашыу өсөн Өфөгә килә.

Нефть-газ күргәҙмәһе иртәгә, 25 майҙа, Өфөнөң Спорт һарайында асыла. Өс яҡлы бизнес-форум Өфөлә 26 майҙа К.Маркс урамы, 3 адресы буйынса үтәсәк.

Ҡаҙағстан делегацияһын Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең Эшҡыуарлыҡ һәм сәнәғәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Жасулан Шаймерденов һәм Ҡаҙағстан Сауҙа-Сәнәғәт палатаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы Галина Дворцова етәкләй.

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа-иҡтисад миссияһы составына «Петропавловск ауыр машиналар эшләү заводы» акционерҙар йәмғиәте, «ПВП «Сервис-Внедрение», «Севимсталькон», «Munai invest Ko», «Прометей» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәре, «Риэлт-сервис», «Пластконструкция» компаниялары, «Тиҙ төҙөлгән биналар һәм ҡоролмалар заводы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте һәм Петропавловск торбалар заводы вәкилдәре инәсәк. Бизнес-форумда шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкиле Айна Унбаева ҡатнашасаҡ.

Ленинград өлкәһе делегацияһын өлкә Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Рөстәм Сафиуллин етәкләй. Уның менән бергә Өфөгә «ВИАСМ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте,   «КРОНА» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Север Трейд Плюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселәре килә.