3 декабрь, Шәмбе

24 май 2010 йыл, 17:04

Бишенсе быуын истребителдәрен һынау дауам итә

автор: Любовь Колоколова

Фронт авиацияһы перспективалы авиацион комплексын, икенсе төрлө әйткәндә үҙебеҙҙә етештерелеүсе бишенсе быуын истребителдәрен һынау раҫланған план буйынса үткәрелә. Яңы самолетты сираттағы һынау, йәғни унда урынлаштырылған электрон ҡорамалдарҙы ысынбарлыҡ шарттарында һынау М.М. Громов исемендәге осош-тикшереү институты территорияһында алып барыла. Баш конструкторҙың хәбәр итеүенсә, истребитель бортта урынлашҡан штаттағы системалар ярҙамында тикшерелә, һәм һәр осош һайын машина етештереүселәр менән күрһәтелгән характеристикаларҙы раҫлай.  

Самолет принципиаль яңы авионика комплексы, шулай уҡ камил радиолокацион система менән йыһазландырылған. Истребителдең юғары интеллектуаль йыһазланышы летчикка көсөргәнеште кәметә һәм уға иғтибарын тактик мәсьәләләрҙе үтәүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фронт авиацияһы перспективалы авиацион комплексы  кооперацияла етештерелә: уны әҙерләү һәм етештереүгә йөҙҙән ашыу предприятие йәлеп ителгән. Авиацион двигателде «Сатурн» фәнни-производство берекмәһе асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештерә. Тәүге һынау осошо быйылғы йылдың 29 ғинуарында булып үткәйне.

Фронт авиацияһы перспективалы авиацион комплексы өлгөһөнә истребителгә етеҙ маневрҙар яһауға мөмкинлек биреүсе, үҙгәреүсән тартыу көсө векторы булған ике  “117” двигателе ҡуйылған. Оҙайлы ваҡыт тауыштан шәберәк осоуы һәм күҙгә күренеп бармауы истребителдең уникаль үҙенсәлектәре булып тора, тип хәбәр итә уны эшләп сығарыусылар.