11 декабрь, Йәкшәмбе

24 май 2010 йыл, 16:38

Йылытыу миҙгеленә әҙерләнеүгә бюджеттан 750 миллион һум йүнәлтелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Республика һәм урындағы бюджеттарҙан алда торған йылытыу миҙгеленә әҙерләнеүгә 750 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, – тине бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең республика ҡала округтары һәм муниципаль райондары хакимиәт башлыҡтары ҡатнашлығында үткәрелгән ултырышында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров. — Бынан тыш, инвестициялар йәлеп ителәсәк, һәм дөйөм алғанда, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерләүгә алты миллиард һәм самаһы аҡса йәлеп ителәсәк.

Уҙған йылытыу миҙгеленә баһа биреп, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, ул бер ниндәй ҡатмарлыҡһыҙ үтте, тине.

Премьер-министр, быйыл инженер селтәрҙәренә айырыуса ҙур иғтибар бирергә кәрәк, тип билдәләне. Быйылғы һалҡын ҡыштан һуң улар байтаҡ аҡса һалыуҙы талап итәсәк.

Йылытыу миҙгеле йомғаҡтары, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын 2010-2011 йылғы көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерләү тураһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғиман Әсәҙуллин ентекле һөйләне. Тармаҡ предприятиелары ремонтлау-йүнәтеү эштәренә тотондо ла инде.  

Быйыл Башҡортостанда 85 миллион квадрат метр торлаҡ фондын, 1511 ҡаҙанлыҡты, 2083 километр йылылыҡ селтәрҙәрен, 110 үҙәк йылытыу  пунктын, 14491 километр һыу үткәргес селтәрҙәрҙе, 1663 берәмек махсус таҙартыу техникаһын ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә, шулай уҡ ҡаты яғыулыҡтың минималь запасын булдырырға кәрәк.

Хөкүмәт ултырышында ҡулланылған ресурстар өсөн «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте алдындағы бурыстар мәсьәләләре ҡаралды. Түләүҙәрҙе тотҡарлаған предприятиелар етәкселәре һәм муниципаль райондар башлыҡтары тыңланды.

Муниципаль райондарҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды программаларында ҡатнашыу проблемаһы күтәрелде. Программаға индереү өсөн һәр ҡалала һәм районда коммуналь инфраструктураны үҫтереүҙең комплекслы программалары эшләнергә тейеш. Шулай уҡ инвестиция һәм производство программалары ла булырға тейеш. Ә уларҙы һигеҙ предприятие ғына тапшырҙы.

— Май аҙағына тиклем алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерләнеүгә средстволар ҡалаларға һәм райондарға барып етергә тейеш, — тине, ултырышты йомғаҡлап, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев. – Ай һайын Хөкүмәт алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышын ҡараясаҡ. Бөтә эштәр 15 сентябргә тамамланырға тейеш.