Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда яҙғы сәсеү тамамлана

Иҡтисад

Республиканың 20 районы игенселәре дүшәмбегә яҙғы сәсеүҙе тулыһынса тамамланы. Ҡалған райондарҙа йылыны яратыусы һуң культуралар ғына ҡалды. Былар ҡарабойҙай, тары, кукуруз һәм рапс. Агротехник сроктар буйынса был культураларҙы 10 июнгә тиклем сәсергә мөмкин.

Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары техник культуралар сәсеүҙе тамамланы. Көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө тулыһынса ултыртылған. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, яҙғы сәсеү планлаштырылған майҙандың 92 процентында үткәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть