5 декабрь, Дүшәмбе

24 май 2010 йыл, 15:45

Өфөлә наркотиктарға ҡаршы интернет-конференция

автор: "Башинформ"

Беҙҙең сайтта «Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һәм уларҙы ҡулланыуға системалы комплекслы ҡаршы тороуҙы камиллаштырыуға яңы ҡараштар» ғилми-ғәмәли интернет-конференцияһы башланды.

Башҡортостан Республикаһының наркотиктарға ҡаршы комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы Валерий Кокин билдәләүенсә, ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреүҙең традицион форматы наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе белгестәрҙең барыһының да ҡатнашыуын тәьмин итә алмай. Наркоманияны иҫкәртеүҙе камиллаштырыуҙың мөһим мәсьәләләрен тикшереүгә ҡануниәт һәм башҡарма власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау структуралары, муниципаль берәмектәр, дәүләткә ҡарамаған ойошмалар, фәнни йәмәғәтселек, ижади йәштәр вәкилдәрен, республиканың социаль әүҙем халҡын йәлеп итеү маҡсатында Республика наркоконтроль идаралығы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы менән берлектә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һәм уларҙы ҡулланыуға һөҙөмтәле ҡаршы тороуҙы тәьмин итеү менән бәйле проблемалар буйынса интернет-конференция үткәрә.

«Башинформ» — «Башҡортостан наркотиктарһыҙ» сайтының махсус проекттары бүлегендә наркоманияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса урынлаштырылған мәҡәләләрҙә күренекле ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ижади йәштәр вәкилдәре үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһының наркотиктарға ҡаршы комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы Валерий Кокин, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм башҡаларҙың был проблемаға ҡараштары бирелгән.

Теләгән бер кеше мәҡәләләргә ҡарата наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлекте камиллаштырыу мәсьәләләренә ҡағылышлы үҙ фекерен ҡалдыра, шулай уҡ 1 июнгә тиклем сайт бүлектәренең береһендә урынлаштырыу өсөн ufskn19@yandex.ru  электрон почтаһы аша «Интернет-конференция» тигән билдә менән үҙ публикацияһын тәҡдим итә ала.

Интернет-конференцияға 2010 йылдың 22 июнендә сәғәт 11-ҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында йомғаҡ яһаласаҡ. Йомғаҡлау матбуғат конференцияһында республика наркотиктарға ҡаршы ведомство башлығы, Башҡортостандың күренекле ғалимдары, йәмәғәт берләшмәләре һәм ижади йәштәр вәкилдәре ҡатнашасаҡ.  

Бынан алда, 2009 йылдың ноябрендә, «Башинформ» наркотик ҡулланыусыларҙы реабилитациялау мәсьәләләре буйынса интернет-конференция үткәргәйне. Әммә хәҙерге сараның үҙенсәлеге шунда: конференция халыҡ-ара характерҙа, ә форумға йомғаҡ яһауҙы Интернет селтәрен файҙаланыусылар реаль ваҡыт режимында күрә аласаҡ.

Задать вопрос