Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

25 майҙа республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау шылтыраясаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, сираттағы уҡыҡ йылы тамамлана. Шишәмбе, 25 майҙа, республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырауҙар шылтыраясаҡ. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылда бөтәһе 46359 – туғыҙынсы һәм 27434 уҡыусы 11-се синыфты тамамлауға әҙерләнә. Изге традиция буйынса мәктәптәрҙә тантаналы линейкалар үтәсәк, бынан тыш, мәктәп хакимиәттәре һәм ата-әсәләр комитеттары балалар өсөн мәҙәни программа планлаштыра.

Әммә сығарылыш синыф уҡыусыларына оҙаҡ байрам итергә тура килмәйәсәк. Бер көндән һуң, 27 майҙа, ун беренсе синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханы формаһында информатика һәм информацион-коммуникация технологиялары (ИКТ), биология, әҙәбиәт буйынса имтихан тапшырасаҡ. Киләһе имтихан — рус теле буйынса 31 майҙа, 4 июндә – сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан), химия, 7 июндә – математика, 11 июндә – тарих, физика, 15 июндә – йәмғиәтте өйрәнеү, география. Берҙәм дәүләт имтиханы 22 июндә – башҡорт теленән имтихан менән тамамлана.

Республика мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре 23 июнгә планлаштырылған.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть