3 декабрь, Шәмбе

25 май 2010 йыл, 9:32

Мортаза Рәхимов «Газ. Нефть. Технологиялар - 2010» форумында ҡатнашыусыларҙы ҡотланы

автор: “Башинформ”

Бөгөн Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар — 2010» XVIII Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе асыла. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов форумда ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

«Һеҙҙе тағы ла ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә ихлас сәләмләйем!

Бөгөнгө күргәҙмә традиционға әйләнде һәм хәҙер инде таныштырып тороуға мохтаж түгел. Өфөлә ошо форумда осрашып, профессионалдар көнүҙәк проблемаларҙы тикшереү, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙ коллегаларының инновацион эштәре менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Былар барыһы ла тармаҡтың дөйөм үҫешенә, уның яңыртыу юлынан артабан алға барыуына булышлыҡ итә.

Беҙҙең республика бик бай интеллектуаль-кадрҙар һәм тәбиғи-сеймал ресурстар иҡтисади тотороҡлолоҡ һәм үҫешкән социаль һәм рухи-мәҙәни өлкәләр менән бергә үрелеп барған төбәк булды һәм булып ҡала.

Техник йыһазланыш кимәле һәм файҙаланылған технологиялар буйынса Башҡортостандың нефть эшкәртеү заводтары ватан эшкәртеүе лидерҙары булып тора. Инвестициялар бында, беренсе сиратта, нефть эшкәртеүҙе тәрәнәйтеүгә, юғары сифатлы, конкуренцияға һәләтле продукция сығарыуҙы арттырыуға, производстволар һәм сығарылған продукцияның экологик именлегенең Европа кимәлен тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Бөгөн республика заводтарында нефть эшкәртеү тәрәнлеге 80 проценттан ашып китә, шул уҡ ваҡытта Рәсәй нефть эшкәртеү заводтарында уртаса – 72 процент. Беҙҙә сығарылған нефть продукттары «Евро-3» һәм «Евро-4» сифат стандарттарына тап килә, эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа талап ителә.

Һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәте алып барыу арҡаһында Башҡортостандың нефть эшкәртеү комплексы ла уңышлы үҫешә.  Бында юғары сифатлы мотор яғыулығын тотороҡло сығарыу тәьмин ителгән, нефтехимия предприятиелары өсөн киң сеймал спектры етештерелә. Беҙгә ҡунаҡтарға күрһәтер, шулай уҡ үҙебеҙгә уларҙан өйрәнер нәмәләр бар, тип уйлайым!

«Газ. Нефть. Технологиялар – 2010» XVIII Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, уңышлы эш, һыналған, шулай уҡ яңы перспективалы партнерҙар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».